– Ну, Һылыу, һин даешь, идеальный егеттәр кинола ғына була торған, не говори, что һин еще принца ждешь? Не будь такой наивной!
Бүлмәләш ҡыҙы Рида ярым русса, ярым башҡортса Һылыуҙы шулай игәй торған. Үҙе бер туҡтауһыҙ телефонында нимәлер баҫҡылай.
– Ҡара ниндәй красавчик!
Ул ҡарашын тәҙрәгә төбәп ултырған Һылыуға ялтанды:
– Шунан как тебе?
Телефон экранынан ауыҙ йырып ниндәйҙер шыйыҡсалы стакан тотоп ултырған ҡараҡас алсаҡ йөҙлө егет күренде.
– Беҙ уның менән кисә дискотекала таныштыҡ.
– Үҙеңә оҡшаһа, ярай инде. Матур егет, эйе.
– Блин, һинең менән так скучно иногда…
Әхирәте ирене бүлтәйтеп урынына ҡайтты.
“Эх, Рида, һинең ҡайғыларың миндә булһасы… Атайҙың яңы ҡатыны һыйҙырмағас, ун һигеҙ тулыу менән айырым торлаҡ эҙләргә тура килде бит миңә. Ярай, һин, һыйындырҙың… Шаталаҡ тойолһаң да, һинән да изге күңелле кеше юҡтыр… Ләкин мин шул хәтлем өйөмдө һағынам, үҙ бүлмәмде, әсәй тере булғанда бик бәхетле инем мин унда…” Һылыу уфтанып ҡуйҙы. Тик кем уйлаған атаһы яңы ҡатын алырын, ә ул ҡатындың ирен теләһә нисек борғоларға һәләтле булыуын.
– Ридаҡайым, үпкәләмә, кем менән булһаң да, бәхетле булһаң, мин шат буласаҡмын. Бәхетең бер көнлөкмө, ғүмерлекме – тормошоңа һин тик хужа! Ә мин һәр ваҡыт яныңда булырмын, бер ялҡытҡансы…
– Юха, ҡарай телең татлы… Ә бер уйлаһаң, зачем беҙгә егеттәр, беҙ икебеҙ генә булһаҡ та бәхетле шулай бит?
Зарланырға әлегә бер сәбәп тә юҡ төҫлө. Ювелир салонында һатыусы булып эшләп йөрөй, хужабикәһе лә ҡаҡмай-һуҡмай, әйләнгән һайын, премия менән бүләкләй… Шулай ҙа аҡсаһын тотонорға ашыҡмай, йыя. Нимәгә тотонор белмәй әле, әммә йыя. Донъя хәлен белеп булмай бит.
Рида әхирәтенең хәлен аңлай, күңелен күтәрергә тырыша.
Һылыу рәхмәтле ҡарашын ҡаршыла шарҡылдай-шарҡылдай тиктоктан роликтар ҡарап ултырған ҡыҙға төбәне.
– Әлбиттә, шулай, ҡарале, дүрт стенала ултыраһым килмәй, шәмбе бит, әйҙә, тышҡа сығайыҡ , һәләк көн матур… Ошондай матур йәйге кисте әрәм итеп булмай ҙа!
– Һәйбәт идея, как раз миңә яңы сумочкамды елләтеп килтерергә кәрәк!
Рида, сумкалар ҡоло, бар эшләгән аҡсаһын шуларға тыға, һәм яңы кейемдәргә. Шкафҡа һыймай хәҙер улары. Шопоголик, тиҙәрме әле..
– Ну , ҡупыҡ!
– А как же!
Бер аҙҙан урам буйында уларҙың көлөшөүе яңғыраны.
***
Мэр булып һайланыуына Сәғит Әсғәтовичтың инде икенсе йыл. Еңел эш түгел инде, бер яҡтан төрлө зарҙары менән халыҡ баҫым яһаһа, икенсе яҡтан унан юғарыраҡ түрәләр яҡшы күрһәткестәр талап итә. Ике ут араһында инде. Ике яҡтан да өтөп баралар. Валлаһи, белгән булһа мэрлыҡҡа кандидатураһын ҡуймаҫ та ине. Хәҙер инде страус һымаҡ башты ҡомға тығып булмай, вазифаны башҡарырға кәрәк. Бына хәҙер, йәштәр көнөнә берәй күркәм сара ойошторорға ҡуштылар. Ғәҙәттә, дискотека ғына үткәрә торғайнылар. Нимә уйлап сығарырға икән? Ә, бер уйлаһаң, ни эшләп ул был хаҡта ҡайғыра?
Йәштәр эштәре буйынса комитет рәйесе әйҙә баш ватырға тейеш түгелме?
– Әлиә Әмировна, Айнур Сәғитовичты саҡырығыҙ әле.
Бер аҙҙан мэр кабинетында ыҫпай егет хасил булды.
– Һаумы, атай…
– Тссс, эш урынында улай тип өндәшмә тип әйттем түгелме?!
– Ғәфү итегеҙ, Әсғәт Сәғитович, э-э-э,бүтән ҡабатланмаҫ! – тыңлаусан баш эйҙе йәш белгес.
Хакимиәттә уларҙың аталы-уллы икәнлеген беләләр ине, шулай ҙа улы атаһынан алдараҡ эшкә урынлашҡайны. Ул ваҡыт Әсғәт Сәғитович мәктәп директоры ғына ине.
– Белеп ҡуй бында беҙ ул менән атай түгел. Мин башлыҡ, ә һин подчиненный. Неформаль мөнәсәбәт тыйыла.
– Аңлашылды, Сәғит Әсғәтович!. Ниндәй сәбәп буйынса саҡырттығыҙ?
– Үҙең беләһең, июнь аҙағында Йәштәр көнө. Берәй ғәҙәти булмаған сара үткәрергә кәрәк. Иртәгә тиклем мейе штурмы үткәр ҙә, варианттар тәҡдим ит.
– Ярай, Сәғит Әсғәтович!
– Бар яуаплылыҡ менән ҡара был эшкә. Улым булһаң да, поблажка булмаясаҡ.